

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латипов отставкаға китте. Рәсәй президенты указы менән ул биләгән вазифаһынан бушатылды. 19 майҙан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы отпускыла, ведомство етәксеһе вазифаһын начальниктың беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов башҡара.
Марат Латипов хаҡлы ялға сығыуға бәйле отставкаға китеү тураһында рапорт яҙып, үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы, тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Марат Латипов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе вазифаһында 2016 йылдың мартынан башлап эшләне. Ул 41 йыл ғүмерен ошо хеҙмәткә, шуның 35 йылын янғын һүндереү эшенә бағышланы. Бик күп наградалары бар, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған янғын һағы хеҙмәткәре.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-03/glava-mchs-po-bashkirii-podal-v-otstavku-4263369
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.