

21 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сәнғәт академияһы президенты Василий Церетели менән осрашты. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләләре буйынса фекер алышыу уҙҙы, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.
Радий Хәбиров Василий Церетелиҙы абруйлы ойошма етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм Башҡортостандың һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын билдәләне.
— Күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәни традициялары бай. Тарихи күсәгилешлелек бар, — тине республика етәксеһе. — Салауат Юлаев һәйкәле – айырым әһәмиәткә эйә ҡомартҡыбыҙ. Был үҙенә күрә символ, халыҡтың йәне. Ул беҙҙең гербта ла һүрәтләнгән. Әле монумент авария хәлендә, уның яҙмышы борсолоу тыуҙыра. Был турала ҡатмарлы фекер алышыуҙар булды, беҙ йәмәғәтселеккә скульптураның реставрацияға мохтаж икәнен икәнен аңлата алдыҡ. Техник экспертиза әҙер, яҡын арала эште башларға рөхсәт алырға йыйынабыҙ. Махсус комиссия эш барышын йәмәғәт күҙәтеүенә ала. Беҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм реконструкция эшендә әүҙем ҡатнашырһығыҙ тип ышанабыҙ. Компетенцияғыҙ һәм тәжрибәгеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим.
Василий Церетели күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау эшенә Рәсәй сәнғәт академияһының иң яҡшы белгестәрен йәлеп итергә йыйыныуҙарын әйтте.
— Был бик яуаплы эш. Ҙур тәжрибәбеҙ бар, ҡатмарлы проекттар өҫтөндә эшләнек. Ошо мәҙәни ҡомартҡы объектына ла яуаплы ҡарарбыҙ, юғары кимәлдә башҡарырбыҙ. Һәйкәл быуаттар буйы һаҡланырға тейеш, – тине Василий Церетели.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.