06:27 (UTC+5), 16 Мая 2025

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары Владимир Якушев менән осрашты. Башҡортостан Башлығы уның менән төбәк бүлексәһенең эше һәм республикала партия проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләште.

«Берҙәм Рәсәй» ҡатнашлығында республикала мәктәптәр төҙөүҙе һәм капиталь ремонтлауҙы, ФАп-тарҙы алмаштырыуҙы, почта бүлексәләрен ремонтлауҙы, мәҙәниәт учреждениеларын йыһазландырыуҙы, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ.

Бергәләп төп геройҙарға — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Бында партияның 63 урындағы бүлексәһе нигеҙендә асылған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ҙур роль уйнай. Волонтёрҙар гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша, яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-15/radiy-habirov-vstretilsya-v-moskve-s-vladimirom-yakushevym-4237212

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика