11:30 (UTC+5), 16 Мая 2025

Башҡортостан Башлығы МХО ветеранына автомобиль асҡысы тапшырҙы

Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин

16 майҙа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы МХО ветераны Азамат Әйүповҡа ҡул менән идара итә торған автомобиль асҡысы тапшырҙы. Сара «Ватан көсө» дүртенсе республика форумы барышында үтте.

Азамат Әйүпов республика етәксеһенә шәхси иғтибары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул спорт менән шөғөлләнергә тырышыуы, следж-хоккей буйынса йыйылма командаға алыныуы, Фермер мәктәбенә уҡырға инеүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, автомобиле менән ул иң тәүҙә Башҡортостандың гүзәл урындары буйлап сәйәхәт итергә йыйына.

Азамат Әйүпов – чечен кампанияһының хәрби хәрәкәттәр ветераны. Гвардия өлкән сержанты Азамат Әйүпов 2022 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ҡаты яраланған. Ҡаһарманлығы, батальондың шәхси составын ҡотҡарыу буйынса эвакуацияла ярҙам күрһәткәне, дошмандың хәрби техникаһын юҡ иткәне өсөн Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнгән.

«Әгәр кеше һуғыштан имгәнеп ҡайтҡан икән, беҙ уға реабилитация өсөн шарттар булдырырға, шул иҫәптән дәүләт иҫәбенә техник реабилитация саралары менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Ни өсөн беҙ бөгөн бүләкләнек? Сөнки бында республиканың изге күңелле, миһырбанлы кешеләре йыйылған, шуға күрә ошондай тантаналы шарттарҙа МХО ветеранына асҡыс тапшырҙыҡ»,  – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары һәм СВО ветерандары менән аралашты. Әңгәмә барышында медицина реабилитацияһы һәм социаль яраҡлашыу мәсьәләләре күтәрелде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-16/glava-bashkirii-vruchil-klyuchi-ot-avtomobilya-veteranu-svo-4238547

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика