

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығын ойоштороуҙы хупланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Консуллыҡ округына Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Удмуртия, Әстерхан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре инә.
Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә «Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығы өсөн ҡуртым йәки һатып алыу шарттарында хеҙмәт һәм торлаҡ биналарын бүлергә, кәрәк булған осраҡта уларҙы Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы төҙөү өсөн ер участкаларын бирергә, шулай уҡ башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә» тәҡдим ителде.
Хөкүмәт рәйесе Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығына Белоруссия яғы менән тейешле килешеү төҙөргә ҡушты.
Әлеге көндә Өфөлә Белоруссияның Рәсәйҙәге илселегенең бүлексәһе эшләй. Уның яуаплылыҡ зонаһында шул уҡ төбәктәр: Башҡортостан, Ырымбур, Һамар, Әстерхан өлкәләре, Удмуртия һәм Ҡалмыҡстан.
Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Белоруссияның Башҡортостандың мөһим партнерҙарының береһе булыуын билдәләгәйне.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-11/v-ufe-otkroetsya-konsulstvo-belarusi-4230057
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.