

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә премьер-министр Андрей Назаровты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Андрей Геннадьевич 6 йыл ошо вазифала эшләй һәм тап ошо осорҙа Башҡортостан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, тип белдерҙе республика етәксеһе.
— Беҙ барыбыҙ ҙа Андрей Геннадьевичты күптән беләбеҙ. Һеҙ ғүмерегеҙ буйына төрлө вазифаларҙа республика мәнфәғәте өсөн эшләйһегеҙ, һәр ваҡыт ихлас, иң мөһиме, һөҙөмтәле эшләйһегеҙ. Һеҙгә иптәш, етәксе, хөкүмәтебеҙ эшен ойоштороусы булараҡ рәхмәт белдерәм, — тине Радий Хәбиров. — Башҡортостанды нисек яратыуығыҙҙы һәм республиканың алдынғы булһын өсөн тырышыуығыҙҙы беләм.
Башҡортостан Башлығы премьер-министрҙы «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйыуын белдерҙе һәм уға ошо награданы тапшырҙы. Андрей Назаров Радий Хәбировҡа уның хеҙмәтен юғары баһалағаны һәм тыуған республикаһы мәнфәғәтенә эшләү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте.
— Һәр ваҡыт намыҫлы эшләргә, һөҙөмтәгә ирешергә, эш менән Башҡортостанға һөйөүемде раҫларға һәм һеҙ күрһәткән ышанысты аҡларға тырыштым, – тип билдәләне Андрей Назаров. – Һөҙөмтәле эш өсөн хөкүмәт ағзаларына рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Муниципалитет башлыҡтарына айырым рәхмәт.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.