10:11 (UTC+5), 24 Апреля 2025

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде

Фото: Олег Яровиков
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ғәмәлгә инде. Ҡарар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарының бөгөнгө пленар ултырышында һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде.

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Милли мираҫ дәүләт реестры — башҡа субъекттарҙың төбәк ҡануниәтендә аналогы булмаған үҙенсәлекле документ. Ул Башҡортостан Конституцияһының ата-бабалар хәтерен һаҡлау, быуындарҙың күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген яҡлау тураһында положениеларын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

— Төйәгебеҙҙең үҙенсәлеген, милли колоритын билдәләгән тәбиғәт ҡомартҡылары, рухи, мәҙәни, тарихи мираҫ объекттары Милли мираҫтың дәүләт реестрына индерелә. Улар араһында матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекттары ла бар: башҡорт теле, башҡорт халыҡ музыкаль, музыкаль-поэтик ижады, йола байрамдары, шул иҫәптән башҡорт туйы һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы. Шулай уҡ башҡорт балы, ҡурай һәм ҡымыҙ. Законда йәмғеһе 36 милли мираҫ объекты бар, — тине Константин Толкачев.

Законда реестрҙы тулыландырыу механизмы ҡаралған, тип өҫтәне ул. Уға яңы объекттарҙы индереү тураһында тәҡдимдәрҙе республика хөкүмәте раҫлаған махсус ведомство-ара комиссия ҡарай.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-24/v-bashkirii-prinyat-zakon-o-gosreestre-natsionalnogo-naslediya-4211320

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика