06:19 (UTC+5), 24 Марта 2025

Андрей Иванюта дәүләт хеҙмәтенән китә

Фото: Андрей Иванютаның социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Андрей Иванюта Башҡортостандың дәүләт хеҙмәтенән бөтөнләйгә китә. Был хаҡта Белорет районының элекке башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙған.

«Дуҫтар, минең тормошомда яңы осор башлана.

Утыҙ биш йыл ғүмеремде дәүләт хеҙмәтенә бағышланым һәм хәҙер яратҡан эшем – туризм менән шөғөлләнергә булдым.

Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, туризм һәр ваҡыт минең шөғөлөм булып ҡалды. Хатта әлеге ваҡытта йәшәгән Белорет районына һөйөүем дә күп йылдар элек тап тауҙарға походҡа йөрөүҙән, йылға буйлап ағып төшөүҙән, урындағы туристар һәм спортсылар менән аралашыуҙан башланды.

2008-2011 йылдарҙа туризм, альпинизм менән генә шөғөлләндем, маршруттар төҙөнөм, турҙар ойошторҙом һәм Көньяҡ Урал, Алтай, Кавказ, Тянь-Шань, Памир тауҙарына походтарға йөрөттөм. Элекке походтарым тураһында социаль селтәрҙә мотлаҡ яҙырмын.

Бына хәҙер ҙә спорт саралары һәм туристик слеттар, Рәсәй, Көньяҡ Урал, Белорет районы буйлап походтар ойошторорға теләйем», — тип яҙа ул «Бәйләнештә».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-24/andrey-ivanyuta-okonchatelno-uhodit-s-gossluzhby-v-bashkirii-4169015

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика