09:05 (UTC+5), 25 Февраля 2025

Республикала иноагенттар депутат була алмай

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Сит ил агенты статусы асыҡ власть органдарында вазифа биләүселәрҙең вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу өсөн нигеҙ булырға тейеш. Республика парламенты беренсе уҡыуҙа  «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының статусы тураһында» закондарға үҙгәрештәр индергән тейешле закон проектын ҡабул итте.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай ҡарар милли именлек, йәмәғәтселек мәнфәғәттәрен яҡлау кәрәклеге менән бәйле. Үрҙә һанап үтелгән вазифа биләүселәр йәшерен мәғлүмәт менән ҡулланырға мөмкин, өҫтәүенә уларҙың эшмәкәрлеге граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һәм конституцияға тоғролоҡто күҙ уңында тота, был, депутаттар фекеренсә, сит ил агенты статусына тап килмәй.

Бынан алдараҡ «Башинформ» сит ил агенттары өсөн махсус иҫәптәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан яңы федераль закон тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-25/v-bashkirii-inoagenty-ne-smogut-byt-deputatami-4135517

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика