12:29 (UTC+5), 24 Февраля 2025

Күп балалы ғаиләләргә, МХО-ла ҡатнашыусыларға социаль контракт төҙөгәндә өҫтөнлөк бирелә

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө
Галина Бахшиева

Ишле ғаиләләр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре социаль контракт формаһында дәүләт ярҙамы күрһәтелгәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Ошондай ярҙам юллаған ваҡытта уларҙың йән башына уртаса килемен иҫәпләгәндә берҙәм пособие индерелмәй, тип асыҡлыҡ индерҙе Мишустин һәм бының йыл һайын өҫтәмә рәүештә 118 мең самаһы социаль контракт төҙөргә мөмкинлек бирергә тейешлеген билдәләне.

Дәүләт башлығы Владимир Путин социаль контракт нигеҙендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килемен иҫәпләгәндә берҙәм пособиены иҫәпкә алынған килемдәр исемлегенән төшөрөп ҡалдырырға ҡушты. Ошондай контракт ярҙамында аҙ килемле граждандар яңы эш табыу, үҙ эшен асыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә аҡса алыу өсөн ҡайтанан уҡып сығырға, квалификацияһын күтәрергә мөмкин.

Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, социаль контракттар үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген раҫлай. Алдағы алты йылда төбәктәр уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса сығымдарҙы берлектә финанслауға кәмендә 100 миллиард һум алырға тейеш.

Башинформ хәбәр иткәнсә, яҡташыбыҙ социаль контракт ярҙамында бизнес-проектын ғәмәлгә ашырған.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-24/mnogodetnye-semi-uchastniki-svo-poluchat-prioritet-na-poluchenie-sotskontrakta-4134836

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика