11:27 (UTC+5), 07 Февраля 2025

2025 йылда Беларусь менән Башҡортостан үҙ-ара тауар әйләнешен арттыра

Фото: БЕЛТА агентлығы
Роман Якимчук

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы менән Минскиҙа эш сәфәрендә. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Беларусь Президенты Александр Лукашенко менән осрашыуы тураһында хәбәр итте.

«Бик яҡшы, ентекле һөйләшеү булды. Башҡортостан-Белоруссия мөнәсәбәттәрен үҫтерәбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Осрашыу тураһында Белоруссияның БелТА мәғлүмәт агентлығы яҙып сыҡты.

Александр Лукашенко осрашыу барышында Беларусь менән Башҡортостан араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылыуы, берлектәге технологик проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Белоруссия менән Башҡортостандың быйыл үҙ-ара тауар әйләнешен үҫтереү һәм 320 миллион доллар билдәһен уҙып китеү өсөн мөмкинлектәре бар.

Һүҙ алып барылған уртаҡ проекттар иҫәбендә – Башҡортостан-Беларусь инвестиция кластерын булдырыу. Радий Хәбиров Александр Лукашенкоға был фекерҙе хупларға тәҡдим итте. Башҡортостан тейешле закон сығарыу башланғысын әҙерләгән, сөнки ул Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә үҙгәрештәр талап итә, тип билдәләне республикабыҙ етәксеһе. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республика был мәсьәләлә Беларусь Президентында хуплау тапты.

Беларусь – Башҡортостандың күптәнге һәм ышаныслы партнеры, яҡтар машиналар эшләү өлкәһендә уңышлы хеҙмәттәшлек итә.

Беларусь Президенты Башҡортостанда юлдар һалыу темптарын һәм сифатын юғары баһаланы. Шуның менән бәйле ул юл техникаһына ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә һәм тәүҙә бергәләп «Амкодор» продукцияһына оҡшаш техника йыйыу, ә һуңынан уны берлектә етештереү буйынса эшләргә әҙер булыуын белдерҙе.

Радий Хәбировтың Александр Лукашенко менән осрашыуында Башҡортостанға аҙыҡ-түлек тауарҙарын оҙатыу, агросәнәғәт комплексы өсөн пилотһыҙ аппараттар етештереүҙә, еңел сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Александр Лукашенко Белоруссияның төрлө йүнәлештәр буйынса уртаҡ эште үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуына баҫым яһаны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-07/belarus-i-bashkiriya-v-2025-godu-budut-naraschivat-vzaimnyy-tovarooborot-4112650

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика