Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
62.97
+0.13
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ғинуар , 13:28

Өфө мэрияһында – кадрҙар үҙгәреше

Өфө хакимиәте сайты
Фото:Өфө хакимиәте сайты

Илдус Шәңгәрәев Өфөнөң граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Илдус Шәнгәрәев 1985 йылда Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

20 йылдан ашыу эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән, 2023 йылдан алып – муниципаль хеҙмәттә. Тәүҙә Өфө хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығында эшләй. Һуңғы ваҡытта граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү идаралығының административ органдар менән эшләү бүлеген етәкләй.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-01-13/v-merii-ufy-proizoshli-kadrovye-izmeneniya-4081699

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: