Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Декабрь 2024, 11:15

Владимир Путин хәрби әсирҙәрҙең балаларына түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

kremlin.ru
Фото: kremlin.ru

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсирлеккә алынған йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балаларына, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа айлыҡ социаль түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

«Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең айырым категорияларының балаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәтеү маҡсатында ҡарар итәм: 1. МХО-ла ҡатнашҡан осорҙа йә иһә Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә махсус бурыстарҙы үтәгәндә әсиргә төшкән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына Рәсәй Федерацияһы субъектында (балаларҙың йәшәгән урыны буйынса) билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәлендә айлыҡ социаль түләү тәғәйенләргә», — тиелә документта.

Был социаль пособие башҡа түләүҙәргә йоғонто яһамай. Айлыҡ түләү командирҙың бойороғонда күрһәтелгән (әсиргә төшкән йәки хәбәрһеҙ юғалған көндән) датанан билдәләнә, ләкин 2024 йылдың 1 декабренән һуң ғына. Сығымдарҙы финанслау Рәсәй хөкүмәтенә, пособие тәғәйенләүҙең һәм аҡса түләүҙең аныҡ тәртибен билдәләү башҡарма власть органдарына йөкмәтелгән.

Сығымдарҙы финанслау Рәсәй хөкүмәтенә, пособие тәғәйенләү һәм аҡса түләүҙең аныҡ тәртибен билдәләү башҡарма власть органдарына йөкмәтелгән.

Указ уға ҡул ҡуйған көндән, 2024 йылдың 26 декабренән көсөнә инде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-27/vladimir-putin-podpisal-ukaz-o-vyplatah-detyam-voennoplennyh-4068757

Автор: Вероника Никитина
Читайте нас