09:36 (UTC+5), 27 Декабря 2024

Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Элина Сәғитова

27 декабрҙә Рәсәйҙә Ҡотҡарыусы көнө билдәләнә.

«Был һөнәр — иң мөһим, хөрмәтле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Улар һәр ваҡыт үҙ эшен намыҫлы, үҙҙәрен аямайынса һәм юғары кимәлдә башҡара. Быйыл ғына улар 2 меңдән ашыу ғүмерҙе ҡотҡарған.

Беҙҙең ҡотҡарыусылар башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең халҡына ярҙам итә. Быйыл апрелдә улар Ырымбур өлкәһендәге һәләкәтле ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты.

Ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр гуманитар ярҙам ташыуҙа, яугирҙәрҙе МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда һәм кире яуға киткәндә оҙатыуҙа ярҙам күрһәтә. Был эште махсус хәрби операция тамамланғансы дауам итербеҙ.

Беҙ республика халҡының именлеген тәьмин итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Быйыл Янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы сиктәрендә Ишембай районының Һайран һәм Ғафури районының Красноусол ауылдарында ике янғын часы төҙөлдө. 24 берәмек янғын һүндереү техникаһы һатып алынды.

Ҡотҡарыусыларҙың һәр береһе хаҡында йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Барыһы менән дә ғорурланабыҙ! Беҙҙең, Башҡортостан халҡы өсөн улар — ысын геройҙар», — тиелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауында.

Бынан алдараҡ республика етәксеһе Башҡортостан ҡотҡарыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-27/radiy-habirov-pozdravil-spasateley-s-professionalnym-prazdnikom-4069330

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика