Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-24 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Декабрь 2024, 16:07

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләнде

Республика менән идара итеү үҙәге
Фото: Республика менән идара итеү үҙәге

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александра Авдееваны республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем ул ведомство етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Артур Дәүләтшин 2 айға ҡулға алынды. Ул Благовещенда коммерция ойошмаһының күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөгән компания вәкиленән 2,5 миллион һум аҡса алыуҙа ғәйепләнә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-26/v-bashkirii-naznachena-novyy-rukovoditel-goszhilstroynadzora-4068071

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас