Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2024, 10:59

Башҡортостан «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй фестивале еңеүселәре иҫәбенә инде

Башҡортостан Республикаһы «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең икенсе этабында «Тереләргә әйтер һүҙем бар» театрлаштырылған тамашаһын тәҡдим итте. 56 төбәк араһында программа беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Театрлаштырылған тамашаның сценарийы Балтас районының Уразай ауылынан 19 йәшлек санинструктор ҡыҙ Менәүәрә Фазылбәкованың биографияһына нигеҙләнеп яҙылған. Ул үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Батыр яҡташыбыҙ яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн немец танкыһына гранаталар бәйләме менән ташланған. Программала Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы республика архивтарының тарихи документаль факттары файҙаланылған.

Театрлаштырылған тамашаның сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Хаматов, ҡуйыусы режиссеры – Редик Ғәниев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фестиваль 2023 йылдың 2 февралендә башланды, ә сараны асыу тантанаһы шул уҡ йылдың майында Волгоградта үтте.

Ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-24/bashkiriya-voshla-v-chislo-pobediteley-vserossiyskogo-festivalya-salyut-pobedy-4065850

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас