Радий Хәбиров республика халҡын Башҡортостан Конституцияһы көнө менән ҡотланы.
Республиканың төп законы 31 йыл элек ҡабул ителә. Ул Башҡортостандың үҫеш йүнәлешен илдең терәк төбәге итеп билдәләне.
Быуаттар буйына төрлө милләт вәкилдәре бер ерҙә дуҫ һәм татыу йәшәй, уртаҡ йортобоҙ – ҙур, берҙәм Рәсәй мәнфәғәте өсөн эшләй, тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
«Башҡортостан Конституцияһы ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын, халыҡтарыбыҙ телдәрен, мәҙәниәтен, дуҫлығын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлай. Беҙ бергә эшләйбеҙ, алға табан барабыҙ, һәр кем үҙ урынында уртаҡ Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Был һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Һәммәһен дә байрам менән!», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.
«Башҡортостан Конституцияһы тураһында нимәләр беләһегеҙ» тигән тесты бында үтергә мөмкин.