08:31 (UTC+5), 18 Декабрь 2024

Рәсәйҙә балалар өсөн ял лагерҙарында тәрбиә эше камиллаштырыла

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Дарья Субботина

Рәсәйҙә балалар өсөн ял лагерҙарында тәрбиә эше камиллаштырыла. Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа тейешле закон ҡабул итте. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һүҙҙәренсә, балаларҙың ял лагерҙарында тәрбиәүи эштең берҙәм программаһы булдырыла. Программаны һәм уның календарь планын федераль башҡарма власть органы раҫлай. Вожатыйҙар һәм тәрбиәселәр үҙ эшен ошо документтар буйынса төҙөргә бурыслы.

«Календарь планға мотлаҡ ата-әсә көндәре, балаларҙы сәнғәт һәм нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре менән таныштырыу, фильмдар күрһәтеү, шулай уҡ уйындар һәм ватансылыҡ тойғоһо, эш һөйөүсәнлек, үҙ-ара хөрмәт, мәҙәни мираҫҡа, тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт формалаштырыуға йүнәлтелгән башҡа саралар индерелә», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе.

Билдәләнеүенсә, депутаттар 2025-2027 йылдар бюджетына төҙәтмәләр әҙерләгән һәм ҡабул иткән, уларға ярашлы 2025, 2026 һәм 2027 йылдарҙа балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу өсөн заманса инфраструктура булдырыуға бюджет ассигнованиелары йыл да 1 миллиард һумға арттырыла.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-18/v-rossii-usovershenstvuyut-vospitatelnuyu-rabotu-detskih-lageryah-otdyha-4057309

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика