Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров республикаға Рәсәйҙең юридик баш ҡалаһы статусын бирергә тәҡдим итте. Бөгөн Өфөлә Х Дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ошондай тәҡдим яңғыраны.
Хоҡуҡи һәм юридик йүнәлештәге саралар күләме буйынса Башҡортостан бөгөнгө көндә ил төбәктәре (шул иҫәптән Мәскәү һәм Санкт-Петербург) араһында беренсе урында тора, тип билдәләне Андрей Назаров.
«Конкуренция бар, был бик яҡшы, — тип хупланы уны Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты рәйесе Павел Крашенинников. — Һеҙгә башҡа төбәктәр иғтибар менән ҡарай, өлгө ала».
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Башҡортостанға Рәсәйҙең юридик баш ҡалаһы статусын биреү әлегә шартлы характерҙа. Мәскәү һәм Санкт-Петербург өлгөһө буйынса ул башҡа төбәктәрҙе үҫешкә дәртләндереү маҡсатында бирелә.
«Ләкин Башҡортостан был исем өсөн көрәшәсәк», — тип билдәләне министрҙар кабинеты етәксеһе.
Өҫтәп үтәйек, Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәләре рейтингы йомғаҡтары буйынса, 2024 йылдың беренсе һәм икенсе кварталында Башҡортостан икенсе урынды алды, өсөнсө кварталда илдең иң яҡшы өс төбәген етәкләне. Рейтингта бүлексәнең әүҙемлеге, дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған структуралар, юристар ассоциацияһы аппараты менән бәйләнеш булдырыу кеүек критерийҙар бар, тип хәбәр ителә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сайтында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Х Дөйөм Рәсәй юридик форумы бара.