08:31 (UTC+5), 04 Декабря 2024

Башҡортостан Башлығына бирелгән һорауҙар власҡа ышаныс кимәлен күрһәтә

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Роман Якимчук

Кисә Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Республика Башлығына йәмғеһе 9 меңгә яҡын һорау һәм мөрәжәғәт килгән. Уларҙың барыһы ла иғтибарға алынған, тип билдәләне Радий Хәбиров. Политолог Сергей Лаврентьев фекеренсә, республика етәксеһенә һорауҙарҙың күп булыуы (былтыр улар ике тапҡырға аҙыраҡ ине) халыҡтың Радий Хәбировҡа һәм уның идара итеү командаһына ышанысы тураһында һөйләй.

«Был халыҡтың республикалағы хәлдәр, Радий Хәбировтың шәхесе менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләй, киләсәктә беҙҙе нимә көтөүен белеү ҙә мөһим. Башҡортостан менән республикала барған хәл-ваҡиғаларҙы яҡшы белгән, ҡала-райондар буйлап йыш йөрөгән, халыҡ менән осрашҡан, уларҙың кәйефе һәм проблемалары хаҡында хәбәрҙар булған кешенең етәкселек итеүе күренеп тора. Ә кешеләрҙең үҙ проблемалары менән бүлешеүе уларҙың власҡа ышанысы тураһында һөйләй, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Сергей Лаврентьев. - Радий Хәбиров уңайһыҙ булып күренгән һорауҙарға ла ғәҙел яуап бирҙе, мәҫәлән, үҙенең «отставкаһы» тураһында имеш-мимештәргә лә фекерен әйтте. Ғәҙел һәм асыҡ диалог килеп сыҡты».

Политолог тура бәйләнеш барышында аныҡ мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы хәл итеү юлдары күрһәтелеүгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленеүгә иғтибарын йүнәлтте.

«Ҡала һәм район етәкселәре, министрҙар бәйләнештә булды, күп мәсьәләләр тура эфирҙа уҡ хәл ителде, контролгә алынды. Башҡортостан Башлығы киләсәктә төбәктең үҫеш йүнәлешен дә билдәләне, иҡтисадтың нисек үҫешеүе, инвестицияларҙың артыуы, федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү тураһында һөйләне. Шуныһы мөһим: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙы реабилитациялауға, проблемаларын хәл итеүгә етди иғтибар йүнәлтелде, был символик мәғәнәгә эйә, сөнки киләһе йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йылы тип иғлан ителде. Тура бәйләнештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар ине, улар республика күрһәткән ярҙам тураһында һөйләне», - тине Лаврентьев.

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештең төп һорауҙары тураһында - «Башинформ» материалында.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-04/voprosy-zadannye-glave-bashkirii-pokazyvayut-uroven-doveriya-k-vlasti-4037511

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика