Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
11+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Ноябрь 2024, 15:20

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән Әсә көнө уңайынан тантаналарҙа ҡатнашты. Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын ҡотлап, уларға дәүләт наградаларын — «Ата-әсә ҡаһарманлығы» һәм «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙы.

«Бөгөн беҙ һеҙгә изге йөрәгегеҙ, һөйөүегеҙ, хәстәрлекле ҡулдарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Күп балалы һәм тәрбиәгә бала алған әсәләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән әсәләргә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре алдында баш эйәбеҙ.

Залда күп кенә таныш йөҙҙәрҙе күрәм, бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән һәләк булған ир-егеттәрҙең, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарының әсәләре, хәләл ефеттәре лә ултыра. Йәнә бер тапҡыр республика исеменән ошондай илһөйәр улдар үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Беҙ уларҙы бер ҡасан да онотмаҫбыҙ.

Дәүләт идара итеү системаһында ла ҡатын-ҡыҙҙар айырым урынды биләй. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә туғыҙ ҡатын-ҡыҙ министр бар. Республикала тәүге тапҡыр дүрт ҡатын-ҡыҙ муниципаль район етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Ошо ҡатмарлы эштә мин һәр ваҡыт уларға таянам.

Беҙҙең республикала 59 мең ишле ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында — беренсе, ә илдә етенсе урынды биләйбеҙ.

Сирек быуат эсендә 9 меңдән ашыу гүзәл зат «Әсәлек даны» республика дәүләт наградаһы менән бүләкләнде. Октябрҙә Рәсәй Президенты Указы менән Көйөргәҙе районынан Фаягөл Фаил ҡыҙы Абдуллина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Хәҙер Башҡортостанда һигеҙ герой-әсә бар.

Республика бәхетле әсәлек өсөн уңайлы шарттар булдырыу эшен дауам итергә йыйына. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар, мәҙәниәт йорттары, спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Беҙҙең бурыс — һеҙ балаларҙы уңайлы мөхиттә тәрбиәләй алһын өсөн барыһын да эшләү», — тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-11-21/radiy-habirov-pozdravil-zhenschin-bashkirii-s-dnyom-materi-4018119

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: