

Баймаҡ район хакимиәте башлығы итеп Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде. Район хакимиәте советы алдан уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса ике кандидатураны тәҡдим иткәйне.
Депутаттар совет ултырышында бер тауыштан район хакимиәте етәксеһе итеп Баймаҡ районы хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улын һайланы.
Яңы етәксе район өсөн ят кеше түгел. Азамат Иҙрисов Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған, әммә әсәһе Баймаҡ районынан – ошонда уның бала сағы үткән.
Шулай уҡ баймаҡтар уның биографияһын белә: Азамат Иҙрисов БДУ-ла юрист һөнәренә уҡыған, власть органдарында һәм бизнес өлкәһендә етәксе вазифаларҙа эшләгән. Баймаҡ районы хакимиәтендә инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереү тап уға йөкмәтелгән. Азамат Иҙрисов ике йылдан ашыу Красный Луч ҡалаһында республика эшмәкәрлеген алып бара, Донбассты тергеҙә. Йәғни объекттар төҙөлөшөн, бының ниндәй хаҡҡа төшөүен, халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеген яҡшы белә.
Тәжрибәле етәксе районда тормошҡа ашырылған проекттарҙы, яҡшы эштәрҙе уңышлы дауам итә алыр, тип ышаныс белдерә депутаттар. Баймаҡ районы советы депутаты Илдар Бәхтийәров фекеренсә, Азамат Иҙрисовҡа ышаныс белдереү – район үҫеше өсөн яҡшы аҙым.
– Бөгөн беҙҙең район өсөн мөһим мәсьәлә ҡаралды, депутаттарыбыҙ берҙәм фекерен белдерҙе. Шуны билдәләп үткем килә: һуңғы биш йылда районыбыҙ һәм ҡалабыҙ үҫешә, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Мәктәптәр, ФАП-тар һәм башҡа мөһим социаль объекттар төҙөлдө һәм яңыртылды, юлдар ремонтлана. Салауат Юлаев исемендәге ҡала паркын төҙөкләндереүҙе көтәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ыңғай яҡтар күп. Әлбиттә, пандемия, артабан махсус хәрби операция тормошобоҙҙо үҙгәртте; ҡайһы бер объекттар төҙөлөшө тотҡарлана. Әммә баймаҡтар беҙгә тәү сиратта нацистарҙы Еңеү кәрәклеген бик яҡшы аңлай. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа беҙҙең Баймаҡ районына айырым иғтибары һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ, – тип белдерҙе Илдар Бәхтийәров.
Айгөл Байрамғолова, Темәс ауыл биләмәһе башлығы:
– Һуңғы биш йылда ауылыбыҙ тормошо ҡырҡа ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Яңы административ-көнкүреш комплексы өсөн бик рәхмәтлемен. Бында ауыл хакимиәте, МФЦ, полиция урынлашҡан. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты тамамланыу стадияһында. Беҙҙә хәҙер республика буйынса иң ҙур балалар майҙансығы бар. Темәстәр 400 кв. метр ҙурлыҡтағы уйын аттракциондары һәм күңел асыу майҙансыҡтары менән файҙаланасаҡ. Баҙар майҙаны яңыртыла, махсус сауҙа майҙансыҡтары байытасаҡ, йәшелләндереү уны тағы ла йәмлерәк итәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса йәй ҡойма ямғырҙарҙан зыян күргән күперҙәр ремонтланды һәм төҙөлдө. Урман сәнәғәте хужалығы биҫтәһендә һыу башняһы ҡуйылды һәм һыу мәсьәләһе хәл ителде. Был йәһәттән эш дауам итә. Урамдар яҡтыртылды, яңы почта бүлексәһе төҙөлә. Спорт-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙә тотҡарлыҡ бар, әлбиттә. Әммә МХО барғанын аңлайбыҙ, Еңеүгә тиклем көтөргә мөмкин. Ауылыбыҙҙы үҫтереүҙә ғәйәт ҙур ярҙам күрһәткән Радий Фәрит улына һәм республика Хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ.
Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы, МХО ветераны Шамил Нәҙербаев:
– Беҙҙең районда ла, бөтә республикалағы кеүек үк, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Мерәҫтәр тәүгеләрҙән булып маскировка селтәрҙәре үрә башланы, ай һайын МХО зонаһына гуманитар ярҙам ебәрәбеҙ. Беҙ, махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, республика етәксеһе Радий Хәбировтың ярҙамын тоябыҙ. Беҙҙең ауыл биҫтәһен үҫтереүгә килгәндә, республика етәкселеге тарафынан Мерәҫтә һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу өсөн аҡса бүленде, 250 метр оҙонлоғондағы һыу үткәргес төҙөлдө. Ике ҡатлы мәсет тә төҙөлә, был Урал аръяғындағы иң ҙур мәсет буласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән киләһе йылға тиклем төҙөлөштө тамамларға тырышасаҡбыҙ.
Белешмә:
Азамат Иҙрисов Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған. 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетында «юрист» һөнәренә уҡып сыҡҡан. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының суд приставтары хеҙмәтенең Орджоникидзе районы бүлегендә суд приставы булып башлай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матди тәьминәт бүлегендә директор урынбаҫары, Башҡортостан хөкүмәте иҡтисади үҫеш департамендының сауҙа һәм хеҙмәттәр бүлеге начальнигы вазифаларын биләй. 2024 йылдың октябренән Баймаҡ районы хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.