

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 30 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Ул 2025 йылда билдәләнә. Сарала власть органдары, ғилми һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре, депутаттар ҡатнашты. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Саралар планына ярашлы, юбилей алдынан мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында парламентаризм дәрестәре, лекциялар үткәрелә, китаптар һәм архив документтары күргәҙмәләре ойошторола. Журналистар араһында парламент тематикаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Парламенттың 30 йыллығына арналған документаль фильм һәм китап әҙерләнә. Киләһе йылдың мартында тантаналы йыйылыш һәм ғилми-ғәмәли конференция була. Парламентаризм ветерандарын һәм ҡануниәт үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙе ҡотлау планлаштырыла.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, юбилей айҡанлы тантаналар, концерттар, салюттар булмай. Сараларҙың төп маҡсаты – парламенттың республика тарихындағы ролен һәм әһәмиәтен, уның граждандарҙың көндәлек тормошона йоғонтоһон билдәләү.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.