

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы итеп Ринат Фәйзуллин тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Мәскәүҙә Башҡортостандың дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе булып эшләне. Ул был вазифала Ришат Халиҡовты алмаштырҙы. Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.
«Мин һеҙгә аныҡ KPI ҡуям: инвестиция проекттары һаны, килгән аҡса күләме, йәштәр, яҡташтар менән эшләү, республика мәнфәғәттәрен күрһәтеү. Был бик мөһим йүнәлеш», – тине Радий Хәбиров.
Ришат Халиҡов тулы хоҡуҡлы вәкиллектә кәңәшсе эшен дә алып бара, сөнки уның тәжрибәһе республикаға бик кәрәк, тип билдәләне ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.