09:42 (UTC+5), 11 Ноября 2024

Башҡортостанда яңы район башлыҡтары тәғәйенләнде

Фото: видеонан скриншот
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандың күпселек муниципалитеттарында хакимиәт башлыҡтарын тәғәйенләү буйынса конкурс тамамланды. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

– Уҙған аҙнала күпселек райондарҙа яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде. Балаҡатай районында депутаттар советы бер тауыштан Лилиә Мулланурованы һайланы. Ул бар ғүмерен тыуған районына арнаған, эштең бөтә этаптарын үткән. Һеҙгә уңыштар теләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ Салауат ҡалаһы, Миәкә һәм Әлшәй райондары хакимиәттәренең яңы башлыҡтары менән таныштырҙы.

– Салауаттың яңы мэры итеп хакимиәт башлығының йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альберт Моталов тәғәйенләнде. Миәкә районын — Наил Ғүмәров, Әлшәй районын Наил Әбелғужин етәкләй. Улар Башҡортостан Башлығы хакимиәте ойошторған кадрҙар конкурсын үтте.  Ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ, — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-11-11/v-bashkirii-predstavili-novyh-glav-rayonov-4002986

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика