

Ғафури районы хакимиәтенә яңы башлыҡ тәғәйенләнде. Муниципаль район Советы депутаттары бер тауыштан Башҡортостан урман хужалығы министрының элекке урынбаҫары Венер Вәхитов кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе.
Венер Фәнир улы Вәхитов 1982 йылдың 2 июлендә Ишембайҙа тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2004-2007 йылдарҙа Башҡортостандың Мәғариф министрлығында әйҙәүсе белгес булып башлай, 2007-2008 йылдарҙа Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығында эшләй.
2008-2024 йылдарҙа Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында тәүҙә бүлек етәксеһе, 2018 йылдың ғинуарынан министр урынбаҫары була. Рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары, ведомствоның «Рәсәйҙең урман байлыҡтарын һаҡлау һәм арттырыу өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың вәкәләттәрен һалыуы тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.