Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ноябрь 2024, 12:52

Башҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул 1612 йылдың 4 ноябрендә халыҡ ғәскәренең Рәсәй дәүләтен интервенттарҙан азат иткән ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, абруйлы ҡунаҡтар сәскәләр һалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дуҫлыҡ монументы 1957 йылда — Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән. Бөгөн мемориал республикала йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең берҙәмлеге символы булып тора.

Һәйкәл авторҙары — Мәскәү скульпторҙары Михаил Бабурин һәм Галина Левицкая, архитекторҙар Евгений Кутырев һәм Геннадий Гаврилов.  

Монументҡа «1557-1957» һәм «Рус һәм башҡорт халыҡтарының бөйөк дуҫлығына дан» тигән һүҙҙәр уйып яҙылған. Һәйкәлдең бейеклеге — 35 метр.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-11-02/glava-bashkirii-vozlozhil-tsvety-k-monumentu-druzhby-3993930

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас