Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.
Комаров был байрамдың тыуған ергә һөйөүҙе символлаштырыуын билдәләне.
«Быуаттар буйына берҙәмлек һәм теләктәшлек, дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам итеү, изгелеккә һәм тарихи дөрөҫлөккә ышаныс ҙур илебеҙ, Ватаныбыҙ — бөйөк Рәсәйҙең үҫешенә ярҙам иткән. Дөйөм ҡиммәттәр бөгөн дә күп милләтле дәүләтебеҙҙе нығыта. Беҙҙең көсөбөҙ шунда. Хәҙер, махсус хәрби операция барған ваҡытта, быны иҫтә тотоу айырыуса мөһим. Тыуған илебеҙҙе нығытыуға һәм тыныслыҡ урынлаштырыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла һаулыҡ, ныҡлыҡ һәм үҙ-ара аңлашып йәшәүегеҙҙе теләйем!», — тине ул.