Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 31 октябрҙә республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәре ҡатнашлығында террорға ҡаршы төбәк комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда радикал һәм экстремистик күренештәрҙе иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәшеү мәсьәләләре тикшерелде.
«Хәүеф-хәтәр янаған шарттарҙа беҙҙән терроризмға ҡаршы тороуға тулыһынса әҙер булыу талап ителә, айырыуса муниципаль кимәлдә. Сараларҙың һөҙөмтәлелеге туранан-тура урындағы үҙидара органдарының һәм терроризмға ҡаршы комиссияларҙың системалы иҫкәртеү эшенә бәйле», — тине Хәбиров.
Ул шулай уҡ милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғыштарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара эш итеүҙе ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне.
«Рәсәй төбәктәрендә протест әүҙемлеге булдырыу, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереү өсөн бығаса булмаған кампания йәйелдергән украин радикаль структураларының эшмәкәрлеге етди ҡурҡыныс тыуҙыра», — тине Башҡортостан Башлығы.