07:53 (UTC+5), 28 Октябрь 2024

Рөстәм Ғәзизов — Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева

Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке мэры Рөстәм Ғәзизов Башҡортостан Башлығы указы менән республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Указ уға ҡул ҡуйған көндән, 2024 йылдың 28 октябренән көсөнә инә.

«Ғәзизов Рөстәм Фәрит улын Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләргә», — тиелә республика етәксеһе указында.

Рөстәм Ғәзизов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм төҙөлөш мәсьәләләре өсөн яуап бирә.

«Рөстәм Фәрит улы, һеҙгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм төҙөлөш блогы өсөн яуаплы, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. — Шуға күрә бөгөн министрҙарҙы саҡырып, менән аралашыуығыҙҙы һорайым. Иртәгә мин республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндан һеҙҙе коллектив менән таныштырыуын һорармын. Һеҙгә уңыштар теләйем».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың ноябрендә Ғәзизов Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иткәйне Башинформ. Был вазифала ул 2024 йылдың 21 октябренә тиклем эшләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-28/rustem-gazizov-voshel-v-sostav-pravitelstva-bashkirii-3986199

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика