08:07 (UTC+5), 25 Октября 2024

Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялау мәсьәләләре тикшерелде

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

24 октябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары – статс-секретарь, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилёва һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева III «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында ҡатнашты.

Фекер алышыуҙың темаһы – «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар». Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында сараның һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам күрһәтеүҙә мөһим роль уйнауын билдәләне.

– «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы төбәк башланғысы булараҡ барлыҡҡа килде, ләкин уның темаһы шул тиклем актуаль, бөгөнгө сара Стратегик башланғыстар агентлығы булышлығында үтә мөһим федераль фекер алышыу майҙансығына әүерелде. Был залда «үҙенсәлекле» кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ итергә тырышҡан фекерҙәштәр йыйылған. Тап форум ваҡытында яңы идеялар тыуа. Әйтәйек, 2024 йылды беҙ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан иттек, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн иһә махсус хәрби операция шарттарында ҡаты яраланған яугирҙәргә ярҙам итергә кәрәк. Уларҙы тулы ҡанлы тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү зарур. Шуға күрә киләһе йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылы була.

Республика етәксеһе «үҙенсәлекле» кешеләргә тулы ҡанлы тормошҡа кире ҡайтырға мөмкинлек биргән комплекслы эш хаҡында һөйләне.

– Төрлө реабилитация изделиеларын эшләү тармағы беҙҙең ярҙамға мохтаж ине. Профилле предприятиеларға етештереү ҡорамалдары һәм материалдар һатып алыуҙы субсидиялау өсөн икенсе йыл инде республика бюджетынан аҡса бүленә. Был программа үҫешә. Етештереүселәрҙән беҙ сифатлы һәм заманса изделиелар көтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – «Үҙенсәлекле» балаларҙың ата-әсәләре менән һөйләшкәндән һуң Өфөлә «Салют» реабилитация комплексын төҙөү идеяһы тыуҙы, ул үҙ эшен башланы ла инде. Бөгөнгө фекер алышыуҙан һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам сараларын үҫтереү йәһәтенән яңы тәҡдимдәр булыр тип уйлайбыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-24/v-ufe-na-forume-lomaya-bariery-obsudili-reabilitatsiyu-lyudey-s-ovz-3982717

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика