07:05 (UTC+5), 18 Октября 2024

Владимир Путин Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Фото: http://www.kremlin.ru/
Альмира Давлетбаева

17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

«Радий Фәрит улы, беҙ һеҙҙең менән бөгөн бер нисә сәғәт буйы аралашабыҙ, эшләйбеҙ. Республикала хәлдәрҙең торошо хаҡында һөйләй башланығыҙ инде. Шуға ҡарамаҫтан, бәлки, иғтибарҙы нимәгәлер йүнәлтергә теләр инегеҙ?» – тине Владимир Путин, осрашыуҙы асып.

Башҡортостан Башлығы «Рәсәй – спорт державаһы» форумын республикала ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән өсөн Президентҡа рәхмәт белдерҙе.

«Илебеҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен күрәбеҙ, шуға күрә бының өсөн рәхмәт. Беҙ спорт объекттары төҙөлөшөн тамамларбыҙ, тағы төҙөрбөҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе махсус хәрби операцияға ярҙамды төп бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.

«Тәүге бурыс – әлбиттә, беҙҙең егеттәргә, яугирҙәргә ярҙам итеү. Владимир Владимирович, һеҙгә рәхмәтемде белдерәм: 18 сентябрҙә лейтенант Суфийәровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙегеҙ. Һоҡланғыс батырлыҡ. Материалдарҙы уҡыйһың, – был бит Бөйөк Ватан һуғышынан! Ул һуңғы һулышына тиклем көрәшә, яраланған була, ләкин әсирлеккә төшмәй, үҙе менән бергә дошмандарыбыҙҙы ла шартлата. Ҙур рәхмәт, ғаиләһе менән бәйләнештәбеҙ», – тине ул.

Улар барыһы ла – ысын геройҙар, тип билдәләне президент.

Республикала 11 Рәсәй Геройы һәм лейтенант Илдар Суфийәров – «Башҡортостан» полкының икенсе геройы, тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-18/vladimir-putin-v-ufe-provel-rabochuyu-vstrechu-s-glavoy-bashkirii-radiem-habirovym-3972201

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика