Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова тәғәйенләнде. 25 сентябрҙә Федерация Советының пленар ултырышында сенаторҙар ошондай ҡарарҙы хупланы, тип хәбәр итә «Парламентская газета».
Был ҡарар проектын Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты индерҙе.
Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев һүҙҙәренсә, ошо комитет ултырышында бер тауыштан уның рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова һайланды.
Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко сенаторҙың ныҡышмалы хеҙмәте менән ошондай мөнәсәбәткә лайыҡ булыуын билдәләне.
Лилиә Ғүмәрова — 2014 йылдан Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органы вәкиле. Быға тиклем ул республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләне.
Сенатор Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған, педагогия фәндәре кандидаты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.