

Башҡортостанда 2024-2025 йылдарҙа уңышҡа өлгәшкән студенттар өсөн исемле стипендиялар тәғәйенләү тураһында хөкүмәт ҡарары ҡабул ителде.
Һүҙ Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Ирек Мөҡсинов һәм Сосланбәк Тавасиев исемендәге стипендиялар хаҡында бара. Республика университеттарының һигеҙ студенты исемле стипендияға лайыҡ булды. Түләүҙе республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдименә ярашлы тәғәйенләйҙәр, тиелә документтарҙа.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың майынан Башҡортостанда уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән аспиранттар, юғары һәм махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн стипендиялар һаны 235-кә еткерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы стипендияһы аспиранттарға— 8050 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына — 6000 һум, урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 5000 һум тәшкил итә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.