Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нариман Сабитовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Билдәле башҡорт композиторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нариман Сабитовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бәйле 2025 йылда Нариман Ғиләжетдин улы Сабитовтың 100 йыллығына арналған саралар үткәреү тураһында ҡарар сығарам», — тиелә республика етәксеһе указында.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың ғинуарында Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Нариман Сабитовтың бюсы үҙенең тарихи урынына ҡайтты. Уны 1976 йылда скульптор, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров эшләп, композиторҙың исемен йөрөткән 1-се балалар музыка мәктәбенә бүләк иткән.