09:12 (UTC+5), 23 Сентября 2024

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында етәксе алмашынды

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 23 сентябрҙәге указы менән Светлана Бурдюк үҙ теләге менән республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

— Беҙ Светлана Николаевнаны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. — Беҙ бер ҡасан да комитет өсөн борсолманыҡ, һәр ваҡыт халыҡтың тормошона ҡағылышлы дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул ителде.

Әлеге ваҡытта Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыу бурысы ведомство етәксеһе урынбаҫары Наил Шәрәфетдиновҡа йөкмәтелде. Яңы етәксенең ошо өлкәлә ҙур тәжрибәһе бар, тип билдәләне республика етәксеһе һәм уға эште дауам итергә тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-23/v-goskomitete-po-tarifam-bashkirii-smenilsya-rukovoditel-3941214

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика