Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Сентябрь 2024, 13:07

Башҡортостанда ике муниципалитет башлығы вәкәләттәрен һалды

Рөстәм Ғәзизов, Вк
Фото: Рөстәм Ғәзизов, Вк

Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов контракт ваҡыты тамамланыуға бәйле вәкәләттәрен һалды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Әлегә ҡала башлығы вазифаһын беренсе урынбаҫар Эмиль Шәймәрҙәнов башҡара. Мэр вазифаһына яңы конкурсты ҡала советы депутаттары иғлан итергә тейеш.

18 сентябрҙә Дыуан районы башлығы Фаил Мөхәмәҙиевтың да контракт ваҡыты үтте. Муниципалитет Советы ҡарары менән уның вәкәләттәре туҡтатылды. Вазифа биләүгә конкурс иғлан ителгән.

«Һуңғы йылдарҙа, пандемия һәм махсус хәрби операцияға бәйле ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, район үҫешендә ҙур уңыштарға өлгәшә алдыҡ. Шулай ҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Барлыҡ хәл-шарттарҙы иғтибарға алып, мин Дыуан районы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурста ҡатнашырға ҡарар иттем. Миңә ышаныс белдерһәгеҙ, районыбыҙ мәнфәғәте һәм халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн эшләүҙе дауам итермен», - тип яҙған чиновник үҙенең телеграм-каналында.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-20/v-bashkirii-glavy-dvuh-administratsiy-slozhili-svoi-polnomochiya-3938278

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас