Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2024, 15:30

Шишмә районы башлығы отставкаға китте

Ришат Мансуровтың социаль селтәрҙәре
Фото: Ришат Мансуровтың социаль селтәрҙәре

Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров отставкаға китте.

Муниципалитетта белдереүҙәренсә, район башлығының контракт ваҡыты тамамланыуға бәйле вәкәләттәр туҡтатылды. Шишмә районы башлығы вазифаһын беренсе урынбаҫар, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Эрнес Кәримов башҡара.

Район башлығы вазифаһына конкурс иғлан ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ришат Мансуров муниципалитетҡа 2020 йылдың июленән башлап етәкселек итте. 2022 йылдың авгусында ла Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың вәкәләттәре контракт ваҡыты тамамланыу сәбәпле туҡтатылды, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-19/glava-chishminskogo-rayona-bashkirii-ushel-v-otstavku-3936657

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас