Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Сентябрь 2024, 11:38

Альбина Воробьёва Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Альбина Воробьёва республика етәксеһенең Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы  – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:

Справка:

Воробьёва Альбина Рауил ҡыҙы 1966 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын «хоҡуҡ фәне» белгеслеге буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда 93-сө урта мәктәптә өлкән пионервожатый булып башлай.

1988-1992 йылдарҙа – Дәүләкән РАПО-да юрисконсульт.

1992-1994 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетында юридик факультеттың финанс һәм хужалыҡ хоҡуғы кафедраһы ассистенты.

1994-2000 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Баш дәүләт-хоҡуҡ идаралығында ҡануниәт мәсьәләләре буйынса бүлектең баш белгесе, хоҡуҡи экспертиза бүлегенең баш белгесе.

2000-2002 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығында хоҡуҡи экспертиза бүлеге мөдире.

2002-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле (2003 йылдың апреленән).

2019-2024 йылдарҙа  –Башҡортостан Башлығының республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-17/polpredom-glavy-bashkirii-v-gossobranii-naznachena-albina-vorobieva-3933193

 

 

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас