Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.9
0
96.05
0
65.51
+0.98
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2024, 17:29

Радий Хәбиров БДБ илдәре интеллигенцияһы форумында ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе

БДБ илдәренең мәҙәни хеҙмәттәшлек форумы баш ҡалабыҙ Өфөлә ойошторолоуы – Башҡортостан өсөн оло мәртәбә. Бөгөн Өфөлә үҙ эшен башлаған Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумының пленар ултырышында Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.

«Был - мәҙәниәттәрҙең бер-береһен байытыуға арналған гуманитар форум. Хөрмәтле Полад Бюльбюль уғлы, ошо форумды Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Беҙ һеҙҙе талантлы композитор, музыкант, йәмәғәт, мәҙәниәт эшмәкәре тип беләбеҙ. Хөрмәтле Михаил Ефимович, был ҡарар өсөн һеҙгә рәхмәт. Һеҙҙең ярты быуатҡа яҡын хеҙмәт юлы мәҙәни бәйләнештәр булдырыуға һәм уларҙы үҫтереүгә, власть, йәмғиәт, интеллигенция араһында диалог урынлаштырыуға арналған.

Әлбиттә, беҙгә килгән Беларусь, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан делегацияларын ихлас сәләмләйем. Бында һеҙгә яҡшы, уңайлы булһын, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған бөйөк байлыҡты нисек һаҡлау юлын табыу өсөн тырышабыҙ. Был халыҡтар дуҫлығы. Был дөйөм мәҙәни киңлек. Беҙ, һис шикһеҙ, һеҙҙең дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Республика етәксеһе булараҡ, мин күп йөрөйөм, күп эшләйем. Беҙ яңы иҡтисади партнерҙар, сауҙа партнерҙары табабыҙ. Һеҙҙең етәкселәрегеҙҙе – хөкүмәт етәкселәрен, хакимдарҙы, өлкә башҡарма комитеттары рәйестәрен яҡшы беләбеҙ. Беҙ яҡшы таныш», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Беҙҙе һәр ваҡыт дөйөм мәҙәни киңлек һәм уртаҡ тарих берләштерә, тине республика етәксеһе.

«Беҙ ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙға, коллегаларыбыҙға «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөүе» экспозицияһын беҙҙә лә күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәс, ҡаҙаҡ коллегаларыбыҙ хупланы. Ә беҙ уларға үҙебеҙҙең театр менән барҙыҡ.

Үзбәкстанда булған саҡта беҙҙе Ташкенттың Еңеү паркына алып барҙылар. Матур парк. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 800 меңдән ашыу бала Үзбәкстанда һыйыныу урыны тапҡан. Бер бала ла балалар йортона ебәрелмәгән. Был беҙҙең һоҡланғыс тарихыбыҙ.

Ҡырғыҙстан хаҡында һөйләгәндә, миңә «Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» тигән фильмды ҡарарға тәҡдим иттеләр. Ҡырғыҙ фильмын мин тормош иптәшем менән ҡараным. Ул ике сәғәт буйына иланы. Үҙенсәлекле фильм. Быны бөтә донъя кинематографияһы шедевры тип иҫәпләйем.

Яңыраҡ ҡына юбилейҙы, тәүге башҡорт нефте асылыуға 90 йыл тулыуҙы билдәләнек. Был мәсьәләлә Баҡы нефтселәре фәнни, технологик ярҙам күрһәтте. Азербайжан эшҡыуарҙары Ишембайҙағы эшҡыуар егеттәр менән бергә башҡорт нефтен асыусыларға һәйкәл ҡуйҙы. Был да беҙҙең тарих.

Төркмәнстан менән хеҙмәттәшлек булдырыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙ Күсмә цивилизациялар музейын төҙөйбөҙ, һеҙҙең уның менән танышыу мөмкинлеге булыр. Төркмәнстан мәҙәниәтенә лайыҡлы иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙә, ысынлап та, ҙур һәм берҙәм мәҙәни киңлек бар. Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр Башҡортостанда сәләмләйем. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-17/radiy-habirov-poblagodaril-uchastnikov-foruma-intelligentsii-stran-sng-3932792

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: