


Республиканың әлеге етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 80,21% тауыш йыя. Республикабыҙ һайлаусыларының 1,724 миллиондан ашыуы Радий Хәбиров өсөн тауыш биргән, тиелә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәрендә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына башҡа кандидаттарға килгәндә, Артур Шәйнуров («КПРФ») — 6,95%, Иван Сухарев («ЛДПР») — 4,98%, Владимир Нагорный («Ғәҙел Рәсәй») — 4,26%, Илшат Тимерйәнов («Яңы кешеләр») 2,60% тауыш йыя.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 69,18 проценты тауыш биргән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.