Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2024, 13:25

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе хәләл ефете менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

«Ошо йылдар эсендә республикала һайлауҙа ҡатнашыу кимәле юғары булды, сөнки беҙҙә халыҡтың дисциплинаһы юғары, был бик яҡшы. Һайлау йомғаҡтары буйынса ла шулай булыр тип уйлайбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостан Башлығын һайлауҙан тыш, республикала муниципаль һайлау ҙа үткәрелә.

«Ғөмүмән, һайлауҙа 12 партия ҡатнаша, күп кенә кандидаттар күрһәтелгән. Фекерҙәр айырмаһы булғанда, фекер алышыу һәм ниндәйҙер ныҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Сәйәси партиялар күп ҡатнашҡас, участкаларҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре лә, партияларҙан күҙәтеүселәр ҙә байтаҡ», — тине Радий Хәбиров.

Һайлауҙың хәүефһеҙ үтеүе мөһим мәсьәлә булып тора, сөнки элек провокация тыуҙырырға тырышыу осраҡтары булғайны, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Бөгөн барыһы ла тыныс үтер, ә иртәгә Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау йомғаҡтарын иғлан итер тип ышанабыҙ», - тине Радий Хәбиров. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-08/radiy-habirov-progolosoval-na-vyborah-glavy-bashkirii-3919138

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас