Башҡортостанда 8 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлауҙа 1 миллион 921 мең 641 кеше, йәғни теркәлгән һайлаусыларҙың 64,56 проценты тауыш бирҙе. Был хаҡта брифингта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, исемлектә бөтәһе 2 миллион 976 мең 305 һайлаусы.
Баш ҡалала әүҙемлек 61,73 процентҡа етте. Өфөнө алмағанда, ҡалаларҙа уртаса күрһәткес – 54,29 процент, райондарҙа иһә 67,96 процент.
Лидерҙар иҫәбендә – Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары. Бында халыҡтың 70 проценттан ашыуы һайлауға килгән.
Ҡалалар араһында лидерҙар – Ағиҙел, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө. Бында һайлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы тауыш биргән.