

Башҡортостанда республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3032 һайлау участкаһы эшләй. Шулай уҡ республика етәксеһе вазифаһына кандидаттарҙың береһе өсөн Мәскәүҙә лә тауыш бирергә мөмкин. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә лә өс көн һайлау участкаһы асыҡ. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Бөгөн Башҡортостанда төрлө кимәлдәге һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреү башлана. Был ҙур, яуаплы сара, беҙ уға оҙаҡ әҙерләндек. Беҙҙең бурыс – республика халҡына тыныс, уңайлы шарттарҙа тауыш биреү мөмкинлеген тәьмин итеү», – тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау өс көн – 6 сентябрҙән 8-енә тиклем бара. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.