13:24 (UTC+5), 20 Августа 2024

Башҡортостанда йәшәүселәргә республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү тәртибе хаҡында иҫкә төшөрәләр

Фото: Валерий Шахов
Роман Якимчук

Башҡортостанда һайлаусыларға 6, 7 һәм 8 сентябрҙәге һайлау тураһында адреслы мәғлүмәт биреү эше башланды. Был осорҙа республика Башлығын, Өфөнөң бер мандатлы 54-се округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутатын, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына 200-ҙән ашыу һайлау кампанияһы була.

28 авгусҡа тиклем участка һайлау комиссияһы ағзалары өй беренсә йөрөп сығырға тейеш. Улар халыҡҡа уларҙың һайлау участкаһы, «Мобиль һайлаусы» технологияһының мөмкинлектәре тураһында һөйләй, өйҙә тауыш бирергә теләүселәрҙең исемлеген аныҡлай. Ошо система ярҙамында һайлау ваҡытында үҙеңә уңайлы һайлау участкаһында тауыш биреү мөмкинлеге бар. Әлеге мөмкинлектән файҙаланыу өсөн күп функциялы үҙәк йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша участка йәки территориаль һайлау комиссияларына ғариза бирергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, участка һайлау комиссияһы хеҙмәткәре мотлаҡ рәүештә үҙенең документтарын күрһәтә һәм һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙ менән ҡыҙыҡһынмай.

«Беҙҙең хеҙмәткәр һеҙҙән банк иҫәптәренә, Дәүләт хеҙмәттәре, электрон почта, аккаунттар паролдәренә ҡағылышлы шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һорамай. Бынан тыш, ул үҙенең фотоһы менән таныҡлығын һәм һайлау тураһында мәғлүмәт менән баҫма продукцияны күрһәтергә бурыслы», – тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе вазифаһына кандидаттар исемлегенә Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»), Иван Сухарев («ЛДПР»), Владимир Нагорный («Ғәҙел Рәсәй»), Артур Шәйнуров («КПРФ») һәм Илшат Тимерйәнов («Яңы кешеләр») инде. Уларҙың программалары хаҡында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-08-20/zhitelyam-bashkirii-napomnyat-o-poryadke-golosovaniya-na-vyborah-glavy-respubliki-3892373

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика