08:28 (UTC+5), 17 Июля 2024

Рәсәйҙә машинаның дәүләт номерын йәшергән водителдәргә яза көсәйтелә

Фото: Ксения Калинина, архив
Ксения Калинина

Рәсәйҙә автомобиль номерҙарын йәшергән өсөн бер йылдан алып йыл ярымға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡабул итте. Ул машина номерын асыҡлауға ҡамасаулаған йәки уны йәшерергә мөмкинлек биргән ҡоролмалар ҡулланылған осраҡтарға ҡағыла. Бының өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк тигән тәҡдим индерелде. Хәҙер 5000 һум штраф йәки өс айға тиклем транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған.

Дәүләт теркәү билдәләре булмаған машинала ҡабаттан йөрөгән өсөн яза ҡәтғиләнә. Бының өсөн дә йыл ярымға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм ителеү янай. Башланғыс авторҙары фекеренсә, ошондай законһыҙ ғәмәлдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға һәм юл фажиғәләренә килтерә, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының телеграм-каналы.

Әйткәндәй, Башҡортостанда теркәү номерҙарын йәшергән өсөн 400 фура водителенә штраф һалынған.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-17/v-rossii-uzhestochat-nakazanie-dlya-voditeley-skryvayuschih-gosnomera-mashin-3851916

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика