Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июль , 11:11

Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин «Иннопром»да Башҡортостан стенды менән танышты

Башҡортостан Респаубликаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан Респаубликаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

9 июлдә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Екатеринбургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан стендын ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил премьер-министрын республика стендында республиканың алдынғы сәнәғәт предприятиеларының проекттары һәм продукцияһы, анығыраҡ әйткәндә, БПЛА өсөн электр двигателдәре етештереү буйынса илдәге беренсе заводтың проекты менән таныштырҙы. Михаил Мишустин яңы электр двигателдәренә үҙ баһаһын бирҙе, уларҙы көнкүреш техникаһында ла файҙаланырға мөмкин.

Рәсәй хөкүмәте рәйесенә шулай уҡ нефть һәм газ сығарыу предприятиеларының эшен оптималләштереү өсөн «Уралтехнострой» корпорацияһынан күп фазалы инновациялы эшкәртмә, шулай уҡ Өфө турбина заводынан газ турбиналы двигателе макетын күрһәттеләр.

Башҡортостан стендында төбәк предприятиелары етештергән сәнәғәт техникаһы макеттары ла тәҡдим ителде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-09/stend-bashkirii-na-innoprome-posetil-glava-pravitelstva-rf-mihail-mishustin-3841454

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: