05:39 (UTC+5), 04 Июля 2024

Өфөлә Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһен Аксаков баҡсаһына алып барҙы

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

3 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева өсөнАксаков исемендәге баҡса буйлап экскурсия үткәрҙе. Ул республикабыҙға бизнес берләшмәһе менән осрашыу һәм Global Management Challenge чемпионатының милли финалында ҡатнашыу өсөн килде.

Республика етәксеһе баҡсаны төҙөкләндереү эшенең 2023 йылдың апрелендә башланыуы һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә алып барылыуы хаҡында һөйләне. Аксаков исемендәге баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына ҡарай. Шуға күрә архитекторҙар ошо биләмәнең тарихи зоналарын һәм объекттарын һаҡлап ҡалдырған.

Радий Хәбиров Светлана Чупшева менән тарихи аллея буйлап үтте, йәйге амфитеатрҙы, ваҡиғалар майҙансығын, балалар өсөн уйын комплексын ҡараны.

Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндергәндә инженер коммуникациялары реконструкцияланды, юлдар һалынды, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырылды, биләмә йәшелләндерелде, тине республика етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта ҡиммәтле ағастарҙы, шул иҫәптән 1834 йылдан бирле үҫкән боронғо ҡарағасты һаҡлап алып ҡалғандар. Яңыртылған баҡсала плитка менән һалынған Аксаковтар нәҫеленең шәжәрә ағасы ла бар.

«Беҙ төрлө йәштәге кешеләргә ял итеү өсөн шарттар булдырырға тырыштыҡ. Өфөләр әйтеүенсә, мөхәббәт һәм ғаилә йылыһы баҡсаһы барлыҡҡа килде», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Светлана Чупшева йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһаланы. Бында барыһы лп Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижадына һөйөү менән башҡарылған, тип билдәләне ул.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-03/v-ufe-radiy-habirov-pokazal-glave-asi-aksakovskiy-sad-3834223

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика