1 июлдә Өфөлә Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттары ҡултамғалары менән Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡағыҙҙарын һәм кандидатты хуплау ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйған кешеләр исемлеген тапшырҙы. Уның менән бергә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс мәсьәләләре буйынса вәкиле Максим Ульчев килде.
«Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Башлығы вазифаһына сәйәси партияларҙан күрһәтелгән биш кандидаттың документтары килде. Беренселәрҙән булып бөгөн хуплау ҡағыҙҙарын һәм башҡа кәрәкле документтарҙы Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы. Башҡа кандидаттар быны 11 июлдән дә һуңға ҡалмайынса эшләргә тейеш. Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү 20 июлдә тамамлана », — тине «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа теркәлеү өсөн 2024 йылдың 1 июленән 11 июленә киске сәғәт 6-ға тиклем, хуплау ҡағыҙҙарынан тыш, кандидат тураһында мәғлүмәттәрҙәге үҙгәрештәр тураһында белешмәләр, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы сенаторы вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн өс кандидатура хаҡында мәғлүмәттәр бирергә кәрәк.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығын һайлау 2024 йылдың 6, 7, 8 сентябренә тәғәйенләнгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.