06:27 (UTC+5), 27 Июня 2024

Башҡортостан делегацияһы Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнаша

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Кисә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Белоруссияға килде. Республикабыҙ вәкилдәре Витебскиҙа Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнаша, шулай уҡ дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәр төҙөй. Бынан тыш, эшлекле программа сиктәрендә Белоруссияның бер нисә төбәге етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар көтөлә.

Сәфәрҙең тәүге көнөндә Радий Хәбиров Витебск өлкәһе губернаторы Александр Субботин менән осрашты. Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы ағзалары Витебскиҙа төҙөкләндерелгән Еңеү майҙанында фонтандар комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был сара Витебскиҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойошторолған. Тантана ижади коллективтарҙың концерты һәм байрам салюты менән тамамланды.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы республика делегацияһының Белоруссияға сәфәренең төп бурыстарын билдәләне.

«Быйыл Витебскиҙа Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең форумы үткәрелә. Беҙ унда ике республика төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәрҙе актуалләштерергә планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо көндәрҙә Витебскиҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығын билдәләйҙәр. Ҡала өсөн был – төп байрамдарҙың береһе. Урындағы халыҡ үҙ тарихына ихтирам менән ҡарай, шул йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар хаҡында хәтерҙе һаҡлай һәм уны йәш быуынға тапшыра».

Былтыр Башҡортостанда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы уҙҙы. Был хаҡта «Башинформ» яҙып сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-27/delegatsiya-bashkirii-primet-uchastie-v-xi-forume-regionov-belarusi-i-rossii-3825321

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика